Өфөлә хәрби-патриотик әҫәрҙәр конкурсы еңеүселәре билдәләнде13.03.2025
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә хәрби-патриотик әҫәрҙәр конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Республика йортонда хәрби-илһөйәрлек темаһына арналған әҙәби, музыкаль әҫәрҙәр, шулай уҡ һынлы сәнғәт әҫәрҙәре республика конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын билдәләү буйынса конкурс комиссияһы ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов үткәрҙе.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс тураһында указға республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙған йылдың майында ҡул ҡуйғайны.


Эксперт комиссияһына «Әҙәбиәт», «Музыка» һәм «Һынлы сәнғәт» номинацияларында 123 сәнғәт әҫәре тәҡдим ителде. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыла: беренсе урын өсөн — 1,5 миллион һум, икенсе урын өсөн — 1 миллион һум, өсөнсө урын өсөн — 500 мең һум.


Бынан тыш, комиссия һәр береһе 100 мең һумлыҡ махсус бүләккә лайыҡлыларҙы билдәләне.


«Аҡсалата премия талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торған, шул иҫәптән махсус хәрби операция ваҡиғаларын, геройҙарының батырлығын һүрәтләгән әҫәрҙәр өсөн бирелә. Улар республиканың художество мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерә», – тине Азат Бадранов.  


Конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын 14 мартта Өфөлә V «АРТ-Ҡоролтай» халыҡ-ара мәҙәни форумында бүләкләйҙәр.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-13/v-ufe-opredelili-pobediteley-konkursa-voenno-patrioticheskih-proizvedeniy-4156109



Вернуться назад