Өфөнән МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды12.03.2025
Фото: Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы

Өфөнән МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды

Өфөнән МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк оҙатылды. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.


Эшҡыуарҙар, ойошмалар, ҡала халҡы һәм йәмәғәтселәр йыйған кәрәк-яраҡтар Донецк Халыҡ Республикаһында һәм Запорожье өлкәһендә хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәргә тапшырылды.


«Ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ. Был өҙлөкһөҙ алып барылған мөһим эш», — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.


Бынан алдараҡ Өфөнөң Дим районында ла ҙур гуманитар йөк әҙерләнеләр. «Купец» позывнойлы МХО яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң уны хеҙмәт итеү урындарына алып китә.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-12/iz-ufy-v-zonu-svo-dostavili-ocherednuyu-partiyu-gumanitarki-4154361



Вернуться назад