Башҡортостан Башлығы «Әхмәт» яугирен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугире Илвир Хөснөтдиновты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Яҡташыбыҙ «Әхмәт» махсус отрядында уҡсы булып хеҙмәт итә. Яугиргә юғары дәүләт наградаһы бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында тапшырылды.
Хөснөтдинов республика етәкселегенә һәм халыҡҡа фронттағы хәрбиҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт. Ислам Хәлиловҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Башҡортостан – алға, Еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тине Илвир Хөснөтдинов.