МХО-ла ҡатнашыусыларҙың өс йәшкә тиклемге балаларына - бушлай һөт ризыҡтары
Башҡортостанда бушлай һөт ризыҡтары менән тәьмин ителеүселәрҙең исемлеге киңәйтелде. Хәҙер был ярҙам сараһы махсус операция яугирҙәренең өс йәшкә тиклемге балаларына ла ҡағыла. Тейешле үҙгәрештәр Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Бының өсөн Украина, Луганск, Донецк Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон биләмәләрендә МХО-ла ҡатнашыуҙы раҫлаған белешмә тапшырырға кәрәк.
Бынан алдараҡ республика мәктәптәрендә МХО яугирҙәренең балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашатыуҙары тураһында билдәле булды.