Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай юл йөрөү тәртибе раҫланды05.03.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәте

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай юл йөрөү тәртибе раҫланды

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн уҡыу йылы барышында йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү тәртибе раҫланды. Бындай хоҡуҡ менән 1-11-се (12-се) клас уҡыусылары, шулай уҡ 23 йәшкә тиклем урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлектәре студенттары файҙалана ала.


Документҡа ярашлы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем электрон юл йөрөү билеттары бирелә (улар уҡыусы картаһы, «Алға» берҙәм транспорт картаһы йәки «Мир» банк картаһы рәүешендә булырға мөмкин). Уларҙы ҡала йәмәғәт транспортында йәки ҡала яны маршруттарында файҙаланырға була. Мәғариф учреждениелары бының өсөн муниципалитеттарға ғаризалар ебәрергә тейеш. Артабан ғаризалар һәм документтарҙың күсермәләре (паспорт, СНИЛС, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, хәрби комиссариаттан белешмә һ.б.) менән балалар исемлеге Башҡортостан социаль карталар регистрына тапшырыла.


Электрон билет айына 60 тапҡыр бушлай йөрөү хоҡуғы бирә. Транспорт ойошмаларына республика ҡаҙнаһынан тейешле субсидиялар бүленә.


Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн башҡа льготалар хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-05/v-bashkirii-utverdili-poryadok-besplatnogo-proezda-dlya-detey-uchastnikov-svo-4145455



Вернуться назад