МХО яугирҙары Салауат районынан ирекмәнгә рәхмәтен белдерҙе
Салауат районынан ебәрелгән тәгәрмәсле мунса яугирҙарға килешеп ҡалған. Улар Малаяҙ ауылынан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Рөстәм Хөснуллинға рәхмәтен белдерә.
Оҫта ҡуллы Рөстәм Хөснуллин МХО башланғандан алып хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә 20-нән ашыу тәгәрмәсле мунса эшләп ебәргән.
— Тәүге мунсаларҙы әҙерләгәндән һуң, һалдаттар үҙҙәре һорап мөрәжәғәт итә башланы. Улар бит икешәр ай буйы мунса күрмәй. Әле «Өфө» позывнойлы яҡташым, ағай, ярҙам ит инде, тигәс, тағы эшкә тотондом. Мунсаларҙы әҙерләргә райондаштар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары әүҙем ярҙамлаша: кемдер — аҡсалата, кемдер — төҙөлөш материалдары менән. Ауыл ир-егеттәре мунсаларҙы ҡорорға ярҙам итә. Район эшҡыуары, Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары союзы рәйесе Исрафил Хайровҡа айырыуса ҙур рәхмәт, — тип һөйләгәйне Рөстәм Хөснуллин.
Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала: Малаяҙ уҙаманынан — МХО-ға тәгәрмәсле мунсалар.