Башҡортостанда МХО ветерандарына аҡса махсус картаға күсерелә
Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары СберКарта юллай башланы. Аҡсалата тәьминәт һәм федераль ошо картаға күсерелә. Карталарҙы Һаҡлыҡ банкы бирә. Ошо электрон таныҡлыҡ ҡағыҙ таныҡлыҡты алмаштыра.
Республикала уны алыу өсөн 313 кеше мөрәжәғәт иткән.
«Хәҙер ҡағыҙ таныҡлыҡты үҙең менән йөрөтөргә кәрәкмәй – документ һанлы форматта һаҡлана, был бик уңайлы. Өҫтәүенә Ветерандың Сберкартаһы банк сервистарына инеү мөмкинлеге бирә, был көндәлек тормошта файҙалы», — тип билдәләне ветерандарҙың береһе.
Картаны Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә алырға мөмкин. Бының өсөн паспорт, СНИЛС, оборона министрлығы биргән хәрби хәрәкәттәр ветеранының ҡағыҙ таныҡлығы йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының белешмәһе кәрәк.
Проект Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Бынан алда «Башинформ» Өфөлә МХО ветерандарын яраҡлаштырыу буйынса ведомство-ара комиссия төҙөү тураһында хәбәр иткәйне.