Республика вице-премьеры Ирек Сәғитов фронтовикты юбилей миҙалы менән бүләкләне26.02.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәте премьер-мнистры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың телеграм-каналы

Республика вице-премьеры Ирек Сәғитов фронтовикты юбилей миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов Ғафури районында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡов менән таныштырҙы.


Ирек Сәғитов әйтеүенсә, һуғыш йылдарында Ғәбдрәхим Саттар улы 2-се Белоруссия фронтының миномёт бригадаһында хеҙмәт иткән, легендар «Катюша»ның наводчигы булған.


«Йәш сағында Ғәбдрәхим Саттар улы Ҡаҙағстандан ҡыуып килтерелгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштергән. Уның иҫәбендә – Шайморатовтың башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн әҙерләгән тиҫтәләгән сапҡын аттары», — тип билдәләне Ирек Сәғитов.


Ғәбдрәхим Садиҡовтың «Германияны еңгән өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары бар. Бөгөн Ирек Сәғитов Ғәбдрәхим Садиҡовтың хәлен белешергә килде һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ветеранға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» тигән юбилей миҙалын тапшырҙы.


Ғәбдрәхим Садиҡов Көнсығыш фронтын үткән, Мәскәүҙе обороналауҙа, Кёнигсбергты һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1947 йылда тыуған яғына ҡайтып ғаилә ҡорған. Тормош иптәше менән ярты быуат ғүмер итеп, алты бала тәрбиәләп үҫтергән.


«Бөтә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары алдында баш эйәбеҙ! Ватаныбыҙҙың ысын Геройҙары!» — тип яҙҙы Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-26/vitse-premier-bashkirii-irek-sagitov-nagradil-frontovika-yubileynoy-medalyu-4137506



Вернуться назад