Радий Хәбиров йәш илһөйәр яҡташыбыҙ менән таныштырҙы26.02.2025
Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Радий Хәбиров йәш илһөйәр яҡташыбыҙ менән таныштырҙы

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Әмир Мәһәҙиев исемле малай йыйған аҡсаһын махсус хәрби операция яугирҙәренә тапшырған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һигеҙ йәшлек яҡташыбыҙҙың изге ғәмәле тураһында яҙа.


Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Әмир планшет алыу өсөн аҡса йыйған. Ләкин йәш патриот аҡсаның фронтҡа нығыраҡ кәрәк икәнен аңлай.


«Уларға кәрәгерәк, сөнки кемдәрҙеңдер атайҙары унда бит», — тип иҫәпләй Әмир.


Әмирҙең ошо аҙымы тураһында әсәһе социаль селтәрҙә яҙып сыҡты, тине республика етәксеһе. Был яҙманан һуң дуҫтары һәм миһырбанлылар ярҙамында 19 мең һумға яҡын аҡса йыйып, ике рация һатып алғандар.


«Был миңә  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙ комсомолдары, пионерҙары, уҡыусыларының самолеттар һәм танктар төҙөүгә аҡса йыйыуҙарын иҫкә төшөрҙө. Әмиргә өлгө булырҙай кеше бар. Уның атаһы – Эске эштәр министрлығы офицеры. Олатаһы – отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ул да беҙҙең еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.  Ике антидрон һатып алып, яугирҙәргә алып барып тапшырған. Әмиргә, уның дуҫтарына һәм, әлбиттә, ата-әсәһенә шундай ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Егеттәребеҙгә ысын күңелдән ярҙам иткән яҡташтарыбыҙға рәхмәт», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-26/radiy-habirov-podelilsya-trogatelnoy-istoriey-yunogo-patriota-iz-bashkirii-4137110



Вернуться назад