Өфөлә МХО яугиренең улы тыуған
Өфөлә махсус хәрби операция яугиренең ғаиләһендә сабый тыуған. Шатлыҡлы хәбәр менән баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты.
Сабый ҡала клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Бәхетле ата-әсә Илья менән Элина улдарына Демид тип исем ҡушҡан.
«Ошо уңайҙан Илья ҡыҫҡа ял алып, өйөнә ҡайтты. Йәш ғаиләнең ҡыуанысы сикһеҙ. Ата-әсә бәхетле мәл кисерә. Уларҙы сабыйҙары тыуыуы менән ихлас ҡотлайым. Балалар – оло бәхет», — тип яҙа Рөстәм Хәмитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-25/v-ufe-v-semie-uchastnika-svo-rodilsya-syn-4135338