МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды24.02.2025

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты старт алды


24 февралдә республикала МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты башланды. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.


«Бөгөн беҙҙең махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм ветерандары өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы башлана. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, беҙ уны президент ҡушыуы буйынса Геройҙар ваҡыты федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта торған йәки өйөнә ҡайтҡан яугирҙәрҙе тәүәкәлләргә саҡырам! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар!» — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.


Программаның маҡсаты — МХО яугирҙәре араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү. Проектта ҡатнашыу махсус операцияла ҡатнашҡан һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирергә хоҡуҡлы.


Башта героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курстары асыла.


Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек программалары буйынса уҡып сығырға һәм уларға эш тәҡдим ителергә тейеш.


Бынан алдараҡ Рәсәй Геройы Степан Белов «Башҡортостан геройҙары» программаһы хаҡында үҙ фекерен белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-24/v-bashkirii-startoval-kadrovyy-proekt-dlya-uchastnikov-svo-geroi-bashkortostana-4133906


 



Вернуться назад