Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһының башланыуын иғлан итте
24 февралдә республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» программаһына старт бирелә.
«Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса беҙ «Геройҙар дәүере» федераль проектын киңәйтәбеҙ. МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйбеҙ. Алғы һыҙыҡта уларҙың яуаплылыҡ, намыҫ, Тыуған илгә тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итә белеү кеүек иң яҡшы сифаттары сыныҡты. Бөгөн етәксе өсөн ошондай сифаттар бик мөһим. Программала ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар етәкселегендә уҡып сығып, стажировка үтеп, беҙҙең идара итеү командаһында лайыҡлы урын алырға тейеш», – тине Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта.