Башҡортостан яугире ВСУ офицерҙарын әсиргә алған
Учалы районы егете, «Лука» позывнойлы махсус хәрби операция яугире Украина Ҡораллы көстәре полковнигын һәм майорын әсиргә алған. Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
«Бинаны штурмға тотҡанда дошман полковнигын һәм майорын әсиргә төшөргән. Шуның өсөн ул икенсе Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән», — тиелә хәбәрҙә.
«Лука» Оҙонкүл ауылында тыуған. Мәктәпте Озерный ауылында тамамлаған, колледждан һуң иретеп йәбештереүсе булып эшләгән.
2022 йылда контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юлланған. Килешеү ваҡыты үткәс, тыуған яғына ҡайтҡан, ләкин шул уҡ йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә фронтҡа киткән.
«Лука» штурм төркөмөндә хеҙмәт иткән, һуңынан рота командиры итеп тәғәйенләнгән, бер нисә тапҡыр яраланған. «Башҡорт батальоны» хәбәр итеүенсә, быйыл ғинуарҙа яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, туй үткәргән.