Өфөлә МХО яугирҙарына арналған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакленең ябыҡ премьераһы үтте
Ир-егеттәр һулҡылдап илар спектаклдәр ҙә була. Берсә утҡа, берсә һыуға һалды, тетрәндерҙе, сәмләндерҙе Милли йәштәр театры ҡуйған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле. Билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән тамаша кисә театр коллективы һәм баш ҡала журналистары хөкөмөнә тәҡдим ителде.
Спектакль МХО биләмәһендә барған ваҡиғаларҙы, башҡорт яугирҙарының данлы яу юлын һүрәтләй. Унда Рәсәй Геройы Илдар Суфийәровтың ҡаһарманлығын, граната алып үҙе менән бергә өс «укроп»ты шартлатыуын, Батырлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-н урлап, әсирҙәрҙе алып ҡайтыуын тамаша ҡылырға мөмкин. Һәр яугирҙың үҙ яҙмышы, кисерештәре, әммә уларҙың образында бөтә Башҡортостан һалдаттарының яуҙағы ҡаһарманлығы сағылыш таба.
– Нисек тә булһа иламаҫҡа, нисек тә булһа еңелерәк кисерергә, тип түҙҙем. Әммә... Көслө тойғолар көтөлмәгәнсә солғап алды, – тип һөйләне күп тапҡыр МХО биләмәһендә булып ҡайтҡан билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафин. – Сәхнәгә мин аралашып, күреп йөрөгән МХО яугирҙары сыҡтымы ни? Ысын геройҙар рухы, хәрби туғанлыҡты тойҙом. Был һуғыштың нисек башланғанын һәм ни өсөн барғанын күрһәтергә кәрәк ине. Икенсенән, ҡайһы саҡта, егеттәр МХО-ға аҡса өсөн генә бара, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә. Яугирҙар араһында ундайҙар ҙа бар, әлбиттә. Алғы һыҙыҡҡа барғас, беренсе яуҙа уҡ ҡимәттәр үҙгәрә, ти хәрбиҙәр. Пьесала булған һәр фекер дөрөҫ итеп еткерелде. Актерҙарҙың уйыны ла шәп булды. «Хакер» (Вадим Ҡылысов) спектакль аҙағына тупаҫ, ярһыу егеттән ҡаһарман яугирға әүерелергә тейеш ине, ысынлап та актер был бурысты тулыһынса атҡарҙы. Фәнис Хөсәйеновты уйнаған актер Байегет Мөхәррәмов үҙенең ҡурҡыу белмәҫ ир икәнлегенә, үҙенең батырлығына ышандырҙы.
Йәш актер Байегет Мөхәррәмов был ролде уйнау еңел бирелмәүе хаҡында һөйләне.
– Миңә Фәнис Хөсәйеновты уйнарға, уны ҡабатларға кәрәкмәй ҙә ине. Ул дөрөҫ тә булмаҫ ине. Шуға күрә был йыйылма образ. Беҙ уның нисек батырлыҡ ҡылыуын сағылдырҙыҡ. Роль еңел бирелмәне, нисек эшләгәнемде үҙем һәм режиссер ғына белә, – тине Байегет.
Уның һүҙҙәрен спектакль режиссеры Рөстәм Хәкимов йөпләне.
– Беҙ МХО яугирҙары образын документаль спектакль рәүешендә күрһәтергә тырышманыҡ. Һәр ҡайһыһы йыйылма образ. Был ваҡиғаларға сумып, аңлап, егеттәр менән төрлө фильмдарҙы ҡарап, китаптарҙы уҡып, бергәләп кәңәшләшеп эште башлап ебәрҙек. Әҫәр нисек бар, шулай ҡуйылды. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын ине, тип теләйбеҙ. Спектаклдең атамаһы уҡ әйтеп тора – «Бер ғүмер етмәй икән». Әлбиттә, беҙ ошо спектаклде ҡуйғансы, үҙебеҙ яугирҙар менән бергә яу юлына баҫтыҡ, тип әйтергә лә мөмкин. Иртәгә ошо залда беҙҙе яугирҙар ҡараясаҡ. Беҙ уларҙы алдарға тейеш түгелбеҙ. Улар бында килеп үҙҙәрен күрергә тейештәр. Иң ҙур ауырлыҡ беҙҙең өсөн ошо булды. Улар беҙҙең турала нимә тип уйларҙар? Бөтөнләй былай булманы беҙҙә, тип әйтеп ҡуйыуҙары ла бар. Ошондай ҡурҡыуҙар ҙа, фекерҙәр ҙә булды. Нисек кенә булмаһын, беҙ, артистар, бөтә коллективыбыҙ менән был ваҡиғаларға битараф түгелбеҙ. Әгәр ҙә кәрәк булһа, әлбиттә, тағы ла спектаклдәр ҙә ҡуясаҡбыҙ.
Иң төп ролдәрҙең береһен тәжрибәле актер Рәмзил Сәлмәнов башҡарҙы.
– Минең өсөн яуаплылыҡ бигерәк тә ҙур булды. Сөнки әле махсус хәрби операция әле тамамланмаған, сәхнәләге ваҡиғалар алғы һыҙыҡта дауам итә. Тамашанан һу күңелдә ниндәйҙер рух күтәрелеше бар. Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы спектаклгә әҙерләгән ролдәрҙе әҙерләгән кеүек эшләнем. Образдың эске тәбиғәтен бөгөнгө ваҡиғалар күҙлегенән түгел, үҙемдең донъяға ҡарашымдан сығып эшләнем. Спектаклдәге монологтар бер нисә һалдат һөйләгән фекерҙәрҙән тупланды, – тип уртаҡлашты Рәмзил Сәлмәнов.
Актерҙарҙың рух күтәрелешен тойоуы хаҡында украин ҡыҙы Анастасия ролен башҡарған Лилиә Исҡужина һөйләне:
– Был ролде бик яратып сығарҙым, бик йылы тойғолар ҡалды. Спектаклде әҙерләгән мәлдә миндә шундай тәьҫораттар булды: беҙҙең егеттәр ҡапыл ғына үҫеп олпатланып киткән кеүек тойолдо. Үҙем дә нисектер эстән олоғайған кеүек булдым.
Һуғыш – ир-егет эше. Залдағы әзмәүерҙәй уҙамандарҙы ла ярһыулы хистәргә еткереүе, уйҙарға һалыуы, хатта инаныстарын нығытыуы менән әһәмиәтле был тамаша. Ул халыҡты туплар, берҙәмлеген нығытыр көскә эйә.
«Бер ғүмер етмәй икән» спектакле бөгөн һәм иртәгә Өфө сәхнәһендә күрһәтелә. Тамашаны 19:00 сәғәттә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡарарға мөмкин.