Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар эшһеҙлек буйынса максималь түләүҙәр алырға мөмкин19.02.2025

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар эшһеҙлек буйынса максималь түләүҙәр алырға мөмкин

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында мәшғүллек бюроһында теркәлгән МХО-ла ҡатнашыусыларға эшһеҙлек буйынса максималь пособие тәғәйенләргә тәҡдим иттеләр. Республика парламенты депутаттары «Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектына тейешле үҙгәрештәр индерергә планлаштыра.


Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль гарантияларҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Махсус операцияла ҡатнашыусылар тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң эшһеҙлек буйынса пособие юллағанда проблемалар менән осраша, тип билдәләне спикер.


Константин Толкачёв әйтеүенсә, эшһеҙлек буйынса пособиены иҫәпләп сығарыу өсөн өйөнә ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә килем тураһында белешмә тапшырырға кәрәк. Был документты Оборона министрлығы бирә. Оборона министрлығына мөрәжәғәттәр күп килә, шуға белешмәләр тултырыу өсөн ваҡыт талап ителә.


Һөҙөмтәлә проблема килеп тыуа. Белешмә юллағансы, яугир аҡсаһыҙ ҡала, эшһеҙлек буйынса минималь пособие ала.


«Беҙ граждандарҙың ошо категорияһы өсөн пособие юллау тәртибен ябайлаштырырға һәм уларға эшһеҙлек буйынса максималь пособие алыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итәбеҙ. Бынан тыш, тейешле аҡса түләнгән ваҡытты 6 айҙан 12 айға тиклем арттырырға кәрәк», — тине Константин Толкачёв.


Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, закон проекты МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла (мобилизацияланғандарға, доброволецтарға һәм контрактсыларға) ҡағыла.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-19/v-bashkirii-uchastniki-svo-mogut-poluchat-maksimalnye-vyplaty-po-bezrabotitse-4127374



Вернуться назад