Ҡотҡарыласаҡ 170 ғүмер: Хәйбулла районы ирекмәндәре МХО-ға 170 дронға ҡаршы юрған ебәргән17.02.2025
Фото: Федоровка ауылы хакимиәте

Ҡотҡарыласаҡ 170 ғүмер: Хәйбулла районы ирекмәндәре МХО-ға 170 дронға ҡаршы юрған ебәргән

170 дронға ҡаршы юрған — 170 ҡотҡарыласаҡ ғүмерҙәр. Республикабыҙ ауылдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға дәррәү ярҙам итә. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» район конкурсында еңгән приз аҡсаһына 170 дронға ҡаршы юрған теккән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә ауыл хакимиәте башлығы Наталья Лебедева һөйләне.


«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға булғас, ниндәй генә сумма отһаҡ та, һалдаттарға ярҙамға тотонасаҡбыҙ, тип ҡарар иткәйнек. Муниципаль этапта еңгән 100 мең һум аҡсаға дронға ҡаршы юрған тегеү өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алдыҡ. 10 көндә 170 дана тегеп тә ҡуйҙыҡ. Кисә уларҙы ауылыбыҙ хәҙрәте Юлай Юнысов МХО зонаһына алып китте. Шулай уҡ һалдаттарға 10 маскировка селтәре, 4 йәшник окоп шәме һәм ҡоро душтар ебәрҙек. Бынан тыш, ауыл халҡы йылы ойоҡбаштар, таҫтамалдар, тәмлекәстәр һәм ҡайнатмалар һалды», — тине Наталья Лебедева.


Әйткәндәй, гуманитар ярҙамдың бер өлөшө Рәсәй Геройы Никита Петровҡа тапшырыласаҡ. Ул сығышы менән Хәйбулла районының Яңы Петровка ауылынан. 


«Кисә генә геройыбыҙ бәйләнешкә сыҡты, дронға ҡаршы юрған һораны. Беҙ уға шәхси посылка ебәрҙек», — ти ауыл хакимиәте башлығы.


Хәйбулла районының Федоровка ауылында гуманитар ярҙам әҙерләү буйынса тотош штаб булдырылған. Унда кешеләр ғаиләләре менән килә: кемдер тегеү машинаһы артына ултыра, кемдер окоп шәмдәре яһай, бәғзеләр маскировка селтәре үрә…


«Кәрәк икән, төндә лә йыйылабыҙ. Сөнки күптәребеҙ көндөҙ эшләй. Һуңғы ваҡытта ир-егеттәр ҙә әүҙем ярҙамлаша, окоп шәмдәрен тултыра, ҡотҡарыу беләҙектәре эшләй. Башҡа ауылдарға ярҙам итергә лә өлгөрәбеҙ. Яңыраҡ Ырымбур өлкәһендә ҡоро душ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек», — тип уртаҡлашты Наталья Лебедева.


Бынан алда «Башинформ» МХО зонаһына гуманитар ярҙам ебәрҙе.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-15/volontery-bashkirii-sshili-170-antidronovyh-odeyal-v-zonu-svo-4123154



Вернуться назад