Радий Хәбиров МХО яугирен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, танк батальонының эвакуация бүлексәһе командиры Мөҙәрис Аҫылбаев Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙға дәүләт наградаһын Радий Хәбиров тапшырҙы.
«Мөҙәрис Ғәфүр улы күптән яуҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр наградланған. Ҡотлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Мөҙәрис Аҫылбаев сығышы менән Күгәрсен районынан.
2024 йылда ул Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашты. Яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә Ҡыҙыл майҙан буйлап үтте.