МХО ветераны статусына эйә булған полиция хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпускыға хоҡуҡлы13.02.2025
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

МХО ветераны статусына эйә булған полиция хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпускыға хоҡуҡлы

Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы. Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡабул итте.


Закон проекты хәрби хәрәкәттәр ветерандары – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә 15 көнлөк өҫтәмә отпуск биреү мөмкинлеген күҙ уңында тота.


Хәрби хәл һәм хәрби конфликт шарттарында хеҙмәт иткән, контртеррористик операцияларҙа ҡатнашҡан һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы, тиелә документта.


Әле бындай льгота менән ветеран статусы булған хәрби хеҙмәткәрҙәр файҙаланырға мөмкин.


«Хәҙер бындай льгота менән ветеран статусына эйә хәрби хеҙмәткәрҙәр файҙалана, уны хәрбиҙәр менән бер рәттән МХО барышында бурыстарын үтәгән полицейскийҙарға ла таратыу ғәҙел булыр ине», — тине именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса профилле комитет рәйесе Василий Пискарёв.


Бынан алдараҡ «Башинформ» фронттан инвалид булып ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙәренә авиабилет һатып алғанда урындар һайлау хоҡуғы бирелеүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-13/veterany-svo-iz-chisla-politseyskih-poluchat-pravo-na-dopolnitelnyy-otpusk-4120029



Вернуться назад