Башҡортостандан педиатр махсус хәрби операцияла ҡатнаша12.02.2025
Фото: Сибай хакимиәтенең телеграм-каналы

Башҡортостандан педиатр махсус хәрби операцияла ҡатнаша

Сибайҙан махсус хәрби операция яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялында элекке коллегалары менән осрашты. «Бүре» позывнойлы хәрби үҙе эшләп киткән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында булды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.


«Бүре» фронттағы яуҙаштарынан һәм яҡташтарынан алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был яугирҙәр өсөн бик мөһим һәм уларға үҙ бурысын үтәргә ярҙам итә, тип билдәләне ул.


Сибай уҙаманы өлөшләтә мобилизация буйынса МХО-ға алынған. Алғы һыҙыҡта «Бүре» һөнәри эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, яралыларға тәүге табип ярҙамын күрһәтә.


«Махсус операция тамамланғас, «Бүре» Сибай дауаханаһында үҙ эшен дауам итергә ниәтләй. Уны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ», — тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-12/pediatr-iz-bashkirii-stal-uchastnikom-svo-4118376





Вернуться назад