«Башинформ» МХО биләмәһенә мөһим ҡорамалдар менән гуманитар йөк оҙата11.02.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Башинформ» МХО биләмәһенә мөһим ҡорамалдар менән гуманитар йөк оҙата

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу өсөн махсус ҡорамал әҙерләне. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәре өсөн гуманитар йөк Өфөнөң Киров районынан 24-се гуманитар ылау менән бергә китә.  


«МХО биләмәһенә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн нимәләр кәрәк, шуларҙы ебәрәбеҙ. Электр тауарҙары, кабелдәр, ноутбуктар һәм хатта телевизорҙар», — тине Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов.


«Башинформ»дан яугирҙәргә ике Wi-Fi-роутер, өс коммутатор һәм башҡалар оҙатыла. Улар тепловизорҙар, дрондар һәм радиоэлектрон көрәш саралары кеүек үк, хәрби бурыстарҙы үтәгәндә алғы һыҙыҡта бик мөһим.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова һүҙҙәренсә, Башҡортостандың республика хәрбиҙәренә гуманитар ярҙамы МХО-ға ярҙам итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.


«Беҙ муниципалитеттарҙың, йәмәғәт ойошмаларының гуманитар йөк туплауы хаҡында йыш яҙабыҙ. Яҡташтарыбыҙ яугирҙәр өсөн туҡмас ҡырҡа, сублиматтар әҙерләй, йөндән йылы ойоҡбаштар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләй. Техника ебәргән, инструменттар, запас частар һатып алғандар ҙа бар. Гуманитар миссияларҙа редакциялар, журналистар әүҙем ҡатнаша. «Башинформ» да ситтә ҡалмай. Былтыр беҙ бер нисә пауэр-банк әҙерләнек. Беҙҙең мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәре – баш мөхәррир Руслан Шәрәфетдинов менән хәбәрсе Эдуард Ҡусҡарбәков уларҙы фронттағы яугирҙәргә илтеп тапшырҙы. Тиҙҙән сираттағы гуманитар ылау менән роутерҙар, коммутаторҙар һәм алғы һыҙыҡта кәрәк булған башҡа ҡорамалдар ебәрәбеҙ. Улар штабтар араһында сифатлы бәйләнеш өсөн һәм башҡа осраҡтарҙа кәрәк», — ти Дилә Сәғитова.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Әйткәндәй, «Башинформ» логотибы төшөрөлгән заряд ҡоролмалары «Башҡортостан» полкының бер нисә бүлексәһе яугирҙәренең бәләкәй сумкаларында үҙ урынын тапты.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-11/bashinform-otpravit-v-zonu-svo-gumanitarnyy-gruz-s-vazhnym-imuschestvom-4116377



Вернуться назад