Радий Хәбиров МХО яугирҙәрен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне11.02.2025

Радий Хәбиров МХО яугирҙәрен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яҡташыбыҙҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугире Радмир Байегетов һәм Доставалов исемендәге батальондың медицина взводы командиры Арыҫлан Мырҙағолов дәүләт наградаһы менән билдәләнде. Яугирҙәргә миҙал республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә тапшырылды.


«Радмир Урал улы МХО-ға тиклем милли китапханала эшләне. Үҙ теләге менән фронтҡа китергә ҡарар итте. Арыҫлан Фәнил улы Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә, дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

Радмир Байегетов - Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала директор урынбаҫары, Арыҫлан Мырҙағолов Иглин үҙәк район дауаханаһында эшләгән.


«Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, хөкүмәткә, Дәүләт Йыйылышына һәм барлыҡ Башҡортостан халҡына даими ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Тылыбыҙҙың ныҡлы икәнен тоябыҙ. Беҙҙең ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтелә. Тыл һәм фронт берҙәм булғанда еңелмәҫбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тине Радмир Байегетов.

«Яҡшы хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ», — тигән теләктәрен еткерҙе республика етәксеһе.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-11/radiy-habirov-nagradil-uchastnikov-svo-medalyu-generala-shaymuratova-4116650



Вернуться назад