Башҡортостандан БПЛА операторы ВСУ-ның тиҫтәләгән нығытмаларын юҡ иткән
«Африка» позывнойлы яҡташыбыҙ, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы расчеты начальнигы Антон Иванов, МХО биләмәһендә ВСУ-ның 350-нән ашыу һалдат һәм офицерын, шулай уҡ дошмандың тиҫтәләгән нығытылған позицияларын юҡ иткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
Кесе сержант Иванов БПЛА взводы ойошторолған көндән алып дрон операторы булып эшләй. «Африка» — һауа разведчигы, дошмандың ҡайҙа икәнлеген асыҡлай. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән осорҙа яугиргә бер нисә тапҡыр дошман подразделениеларының ҡайҙа икәнлеген асыҡлап, уларҙың хәрәкәт итеүен туҡтатыуға өлгәшкән.
Ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Антон Иванов Батырлыҡ ордены, «Ҡыйыулыҡ өсөн», генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 9 декабрендә — Ватан Геройҙары көнөндә Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин Башҡортостан яугиренә Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы йондоҙон тапшырҙы.
Ошо хаҡта һәм махсус хәрби операция яңылыҡтары тураһында «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» рубрикаһында уҡығыҙ.
Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.