Йәш яҡташыбыҙ МХО-ла хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән
Прибельский ауылынан гвардия кесе сержанты Дмитрий К. Хеҙмәтен тултырғандан һуң оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Йәш егеттең ҡыйыу ҡарары тураһында Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров хәбәр итә.
Муниципалитет етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, 506-сы гвардия мотоуҡсылар полкы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә рәхмәт хаты ебәргән. Подразделение командованиеһы хатта Дмитрийҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙың тәүге көндәренән үк үҙен ышаныслы яуҙаш, яуаплы һәм ҡыйыу яугир итеп күрһәтеүе хаҡында яҙған.
«2022 йылдың башынан алып геройыбыҙ алғы һыҙыҡта, Киев эргәһендә ҡамауҙа булған, яраланған, контузияланған, ләкин һәр саҡ кире сафҡа баҫҡан. Бөгөн дә Дмитрий алғы һыҙыҡта Еңеүҙе яҡынайта. Беҙ Дмитрий менән ғорурланабыҙ һәм яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ фронттарҙа уңыштар, оҙон, тыныс, бәхетле тормош теләйбеҙ», — тигән теләктәрен еткерә Әлфир Сабиров яугиргә һәм уның иптәштәренә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылынан МХО яугиренең туғаны махсус хәрби операция биләмәһенән рәхмәт хаты алыуы тураһында яҙғайны. Ошо һәм башҡа махсус хәрби операция яңылыҡтары хаҡында «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» рубрикаһында уҡығыҙ.
Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.