Радий Хәбиров Баймаҡ районында МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
4 февралдә Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Ринат Сәйфетдинов, Рәсүл Һибәтуллин, Ғәҙел Иҫәнгилдин, Булат Буранғолов, Айса Сәлимов, Илмар Муралиевтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре, хәләл ефеттәре һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға яугирҙәр үлгәндән һуң бүләкләнгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
«Ир-егеттәр Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың һәр береһе аҙаҡҡаса үҙ бурысын үтәне. Улар – геройҙар, беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар тураһында хәтерҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Төп бурысыбыҙ – уларҙы онотмау, хәтерҙәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары тураһында даими хәстәрлек күреү».
Республика кардиология үҙәгендә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһын әҙерләнеләр, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы.
«Иң мөһиме, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, күптәрегеҙгә ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләргә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлбиттә, һәләк булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – муниципалитет башлыҡтарының тәү сираттағы бурысы. Улар һеҙҙең менән һәр саҡ бәйләнештә булырға, һеҙҙе сараларға саҡырырға, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итешергә, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә тейеш».
Республика етәксеһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренең үтенесе буйынса ла йөкләмәләр бирҙе.