Республикала МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан кадрҙар әҙерләү программаһы ғәмәлгә ашырыла
Февралдә «Башҡортостан геройҙары» программаһы башлана. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы ошо турала белдерҙе.
— «Геройҙар дәүере» программаһы бар. Беҙ республикала ошо программаның төп һыҙаттарын билдәләнек. Февралдә «Башҡортостан геройҙары» республика программаһына старт бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан республика өсөн идарасы кадрҙар әҙерләйбеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы муниципалитет хакимиәттәренән әҙерлек эшен тамамлауҙарын һораны
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн берҙәм үҙәк асылыуы тураһында хәбәр иткәйне.