Яҡташ яугиребеҙ Һауа-десант ғәскәрҙәренең юғары наградаһы менән билдәләнде
2022 йылда Бәләбәй районынан махсус хәрби операцияға саҡырылған Алексей Никулин «Армия генералы Маргелов» миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев хәбәр итә.
Әлеге ваҡытта лейтенант Алексей Никулин фронтта беренсе мотоуҡсылар батальонының беренсе мотоуҡсылар ротаһына командалыҡ итә.
«Уның командаһында – Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарынан ҡыйыу яҡташтары, улар үҙҙәренә йөкмәтелгән дәүләт бурыстарын намыҫ менән үтәй. Алексейҙың һауа-десант ғәскәрҙәренең стратегик маҡсаттарына өлгәшеүҙә ярҙамы итеүе юғары кимәлдә билдәләнде. Алексей Никулинды лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ», — тип яҙа Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әйткәндәй, Алексей Никулин Суворов миҙалы менән дә бүләкләнгән. Был хаҡта быйыл ғинуар башында билдәле булды.
«Армия генералы Маргелов» миҙалы менән Һауа-десант ғәскәрҙәрендә 15 йыл һәм унан да ашыуыраҡ намыҫлы хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ 20 йылдан күберәк намыҫлы эшләгән Һауа-десант ғәскәрҙәренең граждандар персоналы бүләкләнә. Был миҙал менән һауа-десант ғәскәрҙәрен нығытыуға һәм үҫтереүгә шәхси өлөшө өсөн Рәсәй Ҡораллы көстәренең граждандар персоналы ла бүләкләнергә мөмкин.
Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.