МХО яугире икенсе тапҡыр оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән30.01.2025
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең телеграм-каналы

МХО яугире икенсе тапҡыр оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән

Прибельский ауылынан «Грач» позывнойлы махсус хәрби операция яугире икенсе тапҡыр оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған. 35 йәшлек яҡташыбыҙ илдең оборона ведомствоһы менән беренсе килешеүҙе 2023 йылдың июнендә төҙөгән. Был турала Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең телеграм-каналы хәбәр итә.


Яугир фронтта махсус тәғәйенләнештәге бригаданың өсөнсө гвардия бүлексәһе составында разведчик булып хеҙмәт итә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр муниципалитетта. Әлеге ваҡытта «Грач» өйҙә, яраланғандан һуң реабилитация үтә. Шунан һуң ул йәнә яуҙаштары янына юлланмаҡсы.


«Эшебеҙ хәүефле, әммә кәрәкле һәм үтә мөһим, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ», — ти «Грач».


Яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн Жуков, «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм МХО-ла ҡатнашыусы миҙалдары менән бүләкләнгән.


Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-30/uchastnik-svo-iz-bashkirii-vo-vtoroy-raz-zaklyuchil-kontrakt-s-minoborony-4101412



Вернуться назад