Йылайырҙа МХО яугирҙәре өсөн 700 порция ҡорот киптергәндәр29.01.2025
Фото: Ленара Иванова, телеграм

Йылайырҙа МХО яугирҙәре өсөн 700 порция ҡорот киптергәндәр

Йылайыр районы ирекмәндәре махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн 700 порция ҡорот киптергән. «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә ошондай рекорд ҡуйылған. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.


Үҙәк етәксеһе Ғәлиә Солтанова һүҙҙәренсә, оло йәштәге ирекмәндәр клубында 300-гә яҡын кеше эшләй. Улар маскировка селтәрҙәре бәйләй, тегеү майҙансығында эшләй, шифалы үҫемлектәр, йәшелсәләр йыйып, уларҙан аш-һыу өсөн витамин йыйылмалары әҙерләй.


– Ҡорот – ул башҡорт халҡының милли ризығы, беҙ ике төрлө итеп: һыйыр майы менән һәм майһыҙ әҙерләнек. Башҡорт яугирҙәре ҡоротто бик ярата. Егеттәр хәрби заданиеға барғанда уны үҙҙәре менән ала, – ти Ғәлиә Солтанова.

Әйткәндәй, «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге президент грантын яулаған. Хәҙер ирекмәндәрҙең ҡеүәтле дегидраторҙары, уңайлы ваҡлаусылары, электрон үлсәүҙәре һәм башҡа етештереү процесы тиҙләткестәре бар.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн льготалар пакеты әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-28/v-bashkirii-zagotovili-700-portsiy-kuruta-dlya-boytsov-svo-4099960

Фото: Ленара Иванова, телеграм


Вернуться назад