МХО ветераны республикабыҙ районында ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде29.01.2025
Фото: Олег Яровиков

МХО ветераны республикабыҙ районында ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостандан махсус хәрби операция ветераны Кушнаренко районының ҡотҡарыу хеҙмәтенә етәксе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Бынан тыш, фронтовик район советы депутаты ла.


МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла эшкә урынлашырға тейеш, уларҙы йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар менән тәьмин итеү һәм үҙен күрһәтеү мөмкинлеге биреү мөһим, тип билдәләне Радий Хәбиров.


«Тимур Аҡсурин менән районға эш сәфәре барышында таныштым. Ул – МХО ветераны. Хәҙер район хакимиәтенең ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы булып эшләй, уны урындағы Совет депутаты итеп һайлағандар. Ошондай тәжрибәле, тормошҡа шундай ҡарашлы кешеләр республикабыҙға һәм илгә бик кәрәк. Уларҙың һәр береһенә уңыштар теләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-29/radiy-habirov-postavil-zadachu-trudoustroit-veteranov-svo-4100988



Вернуться назад