Башҡортостандан өс бала әсәһе МХО биләмәһендә яралы яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара27.01.2025
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Денис Ирназаровтың телеграм-каналы

Башҡортостандан өс бала әсәһе МХО биләмәһендә яралы яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара

«Минең наградаларым һәм грамоталарым юҡ. Яугирҙәрҙең яралары уңалыуы, уларҙың ҡыуаныслы һәм рәхмәтле йөҙҙәрен күреү, һауығып, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәрби иптәштәре янына ҡайтырға әҙер булыуы – бына ошо минең өсөн төп награда». Ағиҙел ҡалаһынан махсус хәрби операцияға юлланған өс бала әсәһе Татьяна шулай ти.


Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ 2023 йылда оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән, әле ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында хеҙмәт итә. Татьянаның позывнойы – «Йондоҙ». Был юҡҡа түгел: унан нур бөркөлөп тора, ти яугирҙәр.


Татьяна Өфөлә шәфҡәт туташына уҡыған. Тәүҙә баш ҡаланың 22-се дауаханаһында шәфҡәт туташы, һуңынан тыуған ҡалаһына ҡайтып, паллиатив бүлектә эшләгән, аҙаҡтан 6-сы поликлиника бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләнгән.


«Бөгөн ул — алғы һыҙыҡтағы госпиталдең өлкән шәфҡәт туташы. Уның бурысы – яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, госпиталдә документтар тултырыу, материалдар менән тәьмин итеү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу», — тип яҙҙы Денис Ирназаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-27/mat-troih-detey-iz-bashkirii-spasaet-v-zone-svo-zhizni-ranennyh-boytsov-4097243



Вернуться назад