Республика мәктәптәрендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашата башлайҙар24.01.2025

Республика мәктәптәрендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашата башлайҙар

Башҡортостан мәктәптәрендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын көнөнә ике тапҡыр бушлай ашата башлайҙар. Хөкүмәттең «Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Украина территорияларында уҙғарылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын тәьмин итеү тураһында» ҡарарына тейешле үҙгәрештәр индерелде.


Быға тиклем ошо категорияға ҡараған уҡыусыларҙың, нисәнсе сменала уҡыуына ҡарап, көнөнә бер тапҡыр ғына бушлай иртәнге йәки төшкө аш алырға хоҡуғы бар ине.


Бынан алдараҡ хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, әле махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ете меңдән ашыу балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 10 меңдән күберәк уҡыусы һәм колледж студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә, 5,5 меңдән ашыу бала ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял иткән, алты меңдән ашыуы дөйөм белем биреү учреждениеларында түңәрәктәргә бушлай йөрөй.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-24/v-shkolah-bashkirii-detey-uchastnikov-svo-budut-kormit-besplatno-dva-raza-v-den-4095931



Вернуться назад