Башҡортостандан мобилизацияланған яугир Суворов миҙалы менән бүләкләнде
Яңауыл районынан махсус хәрби операция яугире Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте хәбәр итә.
«Яҡташыбыҙ гуманитар ярҙам һәм хәстәрлек өсөн бик рәхмәтле. Ул ауыр мәлдәрҙә тыуған йорт һәм таяныс символы булған Яңауыл районы флагын һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Байраҡ уға үтә ҡатмарлы шарттарҙа ла яңғыҙ түгеллеген иҫенә төшөрә. Яугирҙең йөрәгендә ғаиләһе һәм иле өсөн тыныс киләсәккә өмөт йәшәй», — тип хәбәр иттеләр Яңауыл районы хакимиәтенән.
Әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәткәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Ял көндәрендә Батырлыҡ дәрестәре үткәрә, уҡыусыларға үҙенең хеҙмәте, хәрби иптәштәре тураһында һөйләй
Яугирҙе өйөндә әсәһе, ҡатыны һәм ике улы ҡаршы алған.
«Ул беҙгә яу яланында ниҙәр барғаны тураһында һөйләмәй, — ти уның ҡатыны. — Шулай ҙа хәлдәрҙең үтә борсоулы икәнен һиҙәм. Балалар ҙа аталары менән ныҡ ғорурлана».
Яҡташыбыҙ 2022 йылдың көҙөнән, өлөшләтә мобилизация башланғандан алып, махсус операцияла ҡатнаша. Алғы һыҙыҡта водитель булып эшләй.