Өфөлә МХО яугирҙәре генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде
Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Үҙәк хәрби округының 28-се зенит-ракета бригадаһы яугире Василий Алалыкин һәм 219-сы мотоуҡсылар полкы яугире Радик Кәримов генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
- Хәрби бурысын үтәгән егеттәр – беҙҙең өсөн иң мөһим кешеләр, бар республика һеҙгә ярҙам итә. Яуҙаштарығыҙға хеҙмәтегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, награданы тапшырғанда.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2025 йыл рәсми рәүештә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителде. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡарарҙы ҡабул иткәндә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм генерал Шайморатов ордены кавалерҙарының мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынды.