«Окоптарҙан депутатлыҡҡа»: Башҡортостандан МХО ветеранының данлы яу юлы
Төньяҡ амурҙары, Шайморатов вариҫтары... Был һүҙҙәр илебеҙҙә һәм унан ситтә йәшәгән һәр кемгә таныш. 1812 йылғы Ватан һәм Бөйөк Ватан һуғышында даны бөтә донъяға таралған башҡорт атлыларының шанлы яу юлын бөгөн МХО зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ дауам итә. Тап шундай һалдаттарҙың береһе – А. Доставалов исемендәге ирекле батальондың штурм ротаһы командиры, депутат, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы ағзаһы Ринат Ҡолтоманов.
Ринат Ҡолтомановты республикабыҙҙа күптәр «Томан» позывнойлы хәрби булараҡ белә. Ул оҙаҡ йылдар башҡорт ОМОН-ында һәм Ҡазандағы СОБР-ҙа хеҙмәт итә, хаҡлы ялға сыҡҡас, Стәрлетамаҡта хәрби-патриотик берекмәлә йәштәрҙе хәрби эшкә өйрәтә, Ишембай районы хакимиәтенең спорт бүлеген етәкләй. Махсус операция башланғас, шунда уҡ хәрби хеҙмәтен дауам итергә ҡарар ҡыла. Ринат тәүге башҡорт батальондарының береһе составында алғы һыҙыҡҡа юллана.
«Мин бөтә киҫкен шарттарға әҙер инем һәм МХО зонаһында нимә көткәнен аңлағайным. Юғары физик әҙерлек мине бер нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙы. Бынан тыш, алғы һыҙыҡта айыҡ аҡыл һәм тәртип мөһим. Рота командиры итеп тәғәйенләнгәс, иң тәүҙә һалдаттар араһында тәртип урынлаштырҙым», – ти Ринат.
Тәүге көндәрҙә үк Ринат Ҡолтоманов етәкселегендәге взвод ут аҫтына эләгә. «Томан»дың грамоталы эш итеүе һөҙөмтәһендә шәхси состав бер юғалтыуһыҙ хәрби заданиенан сыға.
«Запарожье йүнәлешендә бер посадкаға оборонаға ҡуйҙылар. Әҙерләнеп, окоп ҡаҙа башлағас, беҙҙең позициялар өҫтөнән 2-3 дрон осоп үтте. Һөжүм итмәйҙәр, шартлатҡыс та ташламайҙар. Баҡтиһәң, Украина нацистары беҙҙең ҡайҙа урынлашҡанды һағалап торған. Икенсе көндө беҙҙең посадкаға снарядтар яуа башланы. Был ҙур юғалтыуҙар килтерәсәген аңланым һәм егеттәргә техника менән бергә артҡа сигенергә ҡуштым. Ә үҙем позицияла ҡалдым. Бәхеткә күрә, ошо ваҡытта Донбасс отряды менән осрашыу насип булды. Улар беҙгә ярҙам күрһәтте. Минең Башҡортостандан икәнлегемде белгәс, шунда уҡ командирҙарына алып киттеләр. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ булып сыҡты, матур итеп ҡаршы алды. Беҙ берләшеп, ҡатмарлы заданиеларҙы бергәләп үткәнек, һуңынан беҙҙең взводты көлгә әйләндерергә маташҡан дошманға яуап ҡайтарҙыҡ», – тип хәтерләй тәүге яу көндәрен Ринат Ҡолтоманов.
Алғы һыҙыҡта Ринатҡа уҡ атыу оҫталығы үҙенең һәм хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Бер заданиела ул дошман квадрокоптерын уҡ менән атып төшөрә.
– 2022 йылда квадрокоптерҙар улай уҡ юғары технологиялы түгел ине. Бер осҡос беҙгә яҡынлай башлағайны, мин уны уҡ менән атып төшөрҙөм. Көнбайыш каналдарында, МХО-ла башҡорт уҡсылары һуғыша, тигән репортаждар таралды. Был тарих хаҡында хатта Ҡытай телеканалдары ла һөйләне. Был мәғлүмәт тулҡыны Рәсәй һалдаттарының махсус операция бурыстарын үтәү өсөн барлыҡ алымдарҙы һәм бөтә көсөн ҡулланыуын күрһәтте, — ти Ринат.
«Томан»дың фекеренсә, бөгөн еңеүгә ынтылыш илебеҙҙең һәр гражданының күңелендә булырға тейеш.
– Барыбыҙға ла билдәле, хәрби хәрәкәттәр «таҫма» аръяғында ғына бармай, дошман интернет селтәрҙәре аша һәр кешенең аңына үтеп инергә маташа. Был мәғлүмәти-психологик һуғыш илебеҙҙе эстән емереү өсөн алып барыла. Хатта республикабыҙҙағы эске сәйәсәтте тотороҡһоҙландырырға маташыу ҙа ошонан килә. Мин мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу, берҙәмлекте, еңеүгә ышанысты нығытыу өсөн социаль селтәрҙә видеояҙмаларым менән уртаҡлашам. Был үҙемдең дә, һалдаттарҙың да рухын күтәрә.
Хәрби хәрәкәттәр барышында «Томан» яралы иптәшен ҡотҡарыуы менән дә дан ала. Ринаттың әйтеүенсә, башҡорт яугирҙары ҡыйыулығы, ныҡлығы менән айырылып тора.
– Башҡорт яугирҙары иҫ киткес батырлыҡ күрһәтә. Улар ата-бабалары, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә лайыҡлы. Окоптарҙа хеҙмәттәштәр эс серҙәре менән уртаҡлашҡанда, алдынғы позицияларҙа бергә задание үтәгәндә ысын дуҫтарға әйләнә. Улар ныҡ берҙәм. Тап шундай егеттәр бөгөн Ватан һағында тора.
Махсус операция барышында хәрби заданиеларҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Ринат Ҡолтоманов генерал Шайморатов, Батырлыҡ ордендары, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
«Яҡын киләсәктә Еңеү беҙҙеке булыр тип ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа баш командующий – илебеҙ Президенты янында берләшергә тейешбеҙ. Бөгөн халыҡтар татыулығы мөһим», – ти «Томан».
Әңгәмә барышында Ринат Ҡолтоманов Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме бирелеүенә ҡарата фекерен белдерҙе.
«Ул беҙҙең рухты күтәрә, тыуған ерең, илең мәнфәғәтенә тағы ла нығыраҡ эшләргә дәртләндерә. Президент ҡарары – тарихи ҡаһарманлыҡҡа баһа, әммә ул киләсәккә йүнәлтелгән. Йәш быуын ата-бабаларыбыҙҙың батырлығына лайыҡлы итеп йәшәргә, тиңләшергә тейеш», — ти Ринат.
Бынан алда Башҡортостандан МХО ветераны яугир тормошонда ғаиләнең роле ниндәй булыуы хаҡында һөйләне.