Өфөлә МХО контрактсыларына торлаҡ һатып алыуға ташлама күләме яңыртылды
Өфөлә 2025 йылдың 31 майына тиклем Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған контрактсыларға торлаҡ һатып алыу өсөн 500 мең һум ташлама бирелә. Был хаҡта баш ҡаланың рәсми сайтында хәбәр ителә.
«Ҡала хакимиәте һәм Өфө төҙөүселәре уҙған йылдың аҙағында башланған ярҙам сараһының ваҡытын оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте», — тип хәбәр итә Өфө мэрияһы.
Ташлама алыу өсөн акцияла ҡатнашҡан төҙөүсегә паспорт күсермәһен, контракт төҙөүҙе раҫлаған документты һәм ташламаға купонды тапшырырға кәрәк. Уны Өфө райондары хакимиәттәренең береһендә алырға мөмкин. МХО-ла ҡатнашыусының вәкиленә лә ышаныс ҡағыҙы талап ителә.
Ташлама менән 2025 йылдың 31 декабренә тиклем файҙаланырға була.
Акцияла ҡатнашҡан төҙөүселәрҙең исемлеге льготалы купонда күрһәтелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың башында Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 700 мең һумға тиклем арттырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Быға тиклем ул 400 мең һум ине.
Шулай итеп, Башҡортостандың баш ҡалаһында контрактсыға, торлаҡҡа ташлама менән бергә, бөтәһе 2 800 000 һум аҡса түләнә.