«Салауат Юлаев» хоккей клубы 65 йыллыҡ юбилейын билдәләй25.11.2026

Был көндө Башҡортостан командаһы тәүге тапҡыр рәсми уйын уҙғара.

Фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы | матбуғат хеҙмәте

1961 йылдың 25 ноябрендә – теүәл 65 йыл элек Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы СССР беренселегендә үҙенең тәүге рәсми матчын үткәрә. Көйәрмәндәрҙең тормошоноң бер өлөшөнә әүерелгән клубтың тарихы бына шулай башлана. Ошо йылдар эсендә еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә, Сергей Михалев етәкселегендә Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдары, тренер Вячеслав Быков менән Гагарин Кубогы ла – барыһы ла булды.

«Командабыҙ йәнә Гагарин кубогын яулаһын ине», — тигән теләктәрен еткерә көйәрмәндәр.

Тыуған көнөн команда 26 ноябрҙә үҙ боҙонда Минскиҙың «Динамо»һына ҡаршы уйын менән билдәләй. Көйәрмәндәр өсөн клуб легендалары менән автограф-сессия ойошторола, шулай уҡ AY YOLA төркөмөнөң сығышы көтөлә.



Вернуться назад