Башҡортостан спортсыһы – киокусинкай буйынса Азия чемпионы

Октябрьский спортсыһы Ксения Скородумова киокусинкай буйынса Азия чемпионы исеменә лайыҡ булды. Халыҡ-ара турнир Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында үтте, тип хәбәр итте ҡала мэры Алексей Пальчинский.
Ярыштар 11 илдән килгән иң көслө спортсыларҙы берләштерҙе. Ксения Скородумова турнирҙа алтын миҙал яуланы һәм чемпион исемен алды. Башҡортостандың тағы бер вәкиле Ангелина Шәрифуллина көсөргәнешле көрәштә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Башҡортостан спортсылары Испанияла үтәсәк донъя чемпионатына һайлап алыу турын үтте.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы халыҡ-ара старттарҙа үҙенең милли флагы менән сығыш яһаны.