Яҡташыбыҙ пара-джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында икенсе урынды яуланы

Өфөнән Светлана Ғәниева Абу-Дабиҙа пара-джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы. Рәсәйҙең йыйылма командаһы дөйөм миҙал иҫәбендә икенсе урынды алды.
Өфөнөң Совет районы башлығы Айҙар Бәҙғетдинов билдәләүенсә, Светлана - талантлы спортсы, йәштәр менән эшләү буйынса белгес, «Тропа» хәрби-патриотик клубы тренеры. Был уның донъя аренаһында тәүге уңышы түгел: 2025 йылда яҡташыбыҙ Бангкокта донъя чемпионатында көмөш призер булды.