Башҡортостандан шорт-трексы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Семен Елистратов 20-22 ноябрҙә Сеулда донъя турының өсөнсө этабында ҡатнаша. Был хаҡта Рәсәҙеңй Олимпия комитеты хәбәр итә.

36 йәшлек спортсы өсөн был биш йыл эсендә беренсе халыҡ-ара ярыштар – һуңғы тапҡыр ул 2022 йылда Пекинда Олимпиадала сығыш яһаны.
Оҙайлы тәнәфескә ҡарамаҫтан, Елистратов йыйылма команданың лидеры булып ҡала. Уҙған декабрҙә Санкт-Петербургта Рәсәй чемпионатында ул 1000 һәм 1500 метр арауыҡта ике алтын миҙал яуланы. Мең ярым метр арауыҡта ул өсөнсө тапҡыр рәттән беренсе булып килде.
Елистратовтан тыш, Сеулда Константин Ивлиев, Владимир Балбеков, Валентин Кобызев, Никита һәм Даниил Николаев сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында Рәсәйҙән Елена Серегина, Алена Крылова, Фаилә Аймалетдинова, Мария Метелкина, Анастасия Константинова һәм Анастасия Жеганова ҡатнаша.