Юлия Чумгалакова бокс буйынса Донъя кубогында Башҡортостан исеменән сығыш яһай19.11.2026

Юлия Чумгалакова бокс буйынса Донъя кубогында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Фото: Никита Майоров | Башҡортостандың Спорт министрлығы

Бокс буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм өс тапҡыр Европа чемпионы Юлия Чумгалакова Донъя кубогында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Турнир 26 ноябрҙән 4 декабргә тиклем Үзбәкстанда уҙа, тип хәбәр итте БР хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов.

«Юлия Чумгалакова менән осраштыҡ. Бокс, киләсәккә пландар, ярыштарға әҙерлек тураһында һөйләштек. Миңә һәр ваҡыт спортсыларҙың үҙҙәрен тыңлауы ҡыҙыҡ: уларҙы нимә борсой, нимә етмәй, ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл октябрҙә Юлия Чумгалакова етенсе тапҡыр бокс буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Сентябрь айында ул Европа чемпионатында еңеүгә өлгәште. Боксер ҡыҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан награда алды.



Вернуться назад