Өфө бокс донъяһында күләмле сараны ҡабул итергә әҙерләнә

Көрәш һарайында еңел ауырлыҡта IBF донъя чемпионы титулы өсөн алыш була. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Андрей Назаров хәбәр итте.
«Башҡортостандың бокс тарихында тәүге тапҡыр беҙҙең рингта ошондай кимәлдәге алыш була. Чемпион билбауы өсөн беҙҙең боксёр Артур Собханғолов көрәшә. Уның дәғүәсеһе — Куба спортсыһы Энди Крус, олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы. Улар 2019 йылда һәүәҫкәрҙәр рингында осрашты һәм Крус еңде», — тип яҙҙы Андрей Назаров.
Хәҙер Артур Собханғолов IBF рейтингында икенсе урынды биләй, ә уның дәғүәсеһе өсөнсөлә. Беҙҙең боксер апрелдә, Баходур Усмоновты ваҡытынан алда еңеп, титул алышы өсөн хоҡуҡ алды.
«Был алыштың үҙебеҙҙә, Өфөлә, үтеүе айырыуса мөһим. Көйәрмәндәрҙең ярҙамы спортсыбыҙға көс бирер тип ышанам. Артурға ышаныс еңеү теләйем!» — тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе.