Башҡортостандан боксер ҡыҙ Радий Хәбиров ҡулынан награда алды16.11.2026

Башҡортостандан боксер ҡыҙ Радий Хәбиров ҡулынан награда алды

Фото: скриншот | оператив кәңәшмәнең трансляцияһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә боксер Юлия Чумгалакованы БР Почет грамотаһы менән бүләкләне. Спортсы бокс буйынса Рәсәй чемпионатында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн ошондай наградаға лайыҡ булды.

«Һеҙҙең еңеү менән бөтә ил ғорурлана», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юлия Чумгалакова бокс буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы булды. Сентябрҙә яҡташыбыҙ Европа чемпионатында ла еңеү яуланы. Ул Өфө районының спорт мәктәбендә спортсы-инструктор булып эшләй.

«Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, республикабыҙҙы ярыштарҙа күрһәтеү минең өсөн ҙур хөрмәт булды», — тине Юлия Чумгалакова.



Вернуться назад