Башҡортостанда Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры үткәрелә

13-15 ноябрҙә Ишембайҙа полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры ойошторола. Республика Башлығы указы менән ярыштар йыл һайын үткәрелә.
Быйыл турнирҙа илдең 21 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.
«Көрәш турниры илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм спорт мәктәптәренән иң көслө көрәшселәрҙе йыя. Шул уҡ ваҡытта Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостан көрәшселәре — 180-нән ашыу спортсы. Был беҙҙең республикала көрәштең популяр булыуы һәм үҫеше хаҡында һөйләй», — тип билдәләне республика вице-премьеры Ирек Сәғитов.
Көрәш – башҡорт халҡының милли спорт төрө. Өфөлә, Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Ейәнсура, Илеш, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы райондары көрәш әүҙем үҫешә. Ә был спорт төрө буйынса рәсми ярыштар 1948 йылдан алып үткәрелә. Һуңғы 6 йылда ғына Рәсәйҙең спорт мастерына 116 кандидат, Рәсәйҙең 7 спорт мастеры һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы 5 спорт мастеры әҙерләнгән.