Республика етәксеһе спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырырға тәҡдим итте11.11.2026

Республика етәксеһе спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырырға тәҡдим итте

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Әбйәлил районының Михайловка ауылында йәшәүселәр республика Башлығы менән Тура бәйләнештә булды. Бөгөн унда ҙур спорт сараһы ойошторолдо. Урал аръяғының спорт ветерандарына тантаналы шарттарҙа ГТО билдәләре тапшырылды.

Зөлфирә Ғиззәтова ғүмер буйына Таһир Күсимов исемендәге гимназияла физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, әле лә спорт менән шөғөлләнә. Бөгөн ул ГТО-ның алтын билдәһе һәм сертификат менән бүләкләнде.

– Шәп тәҡдим, мин быны хуплайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әйҙәгеҙ, быны популярлаштырайыҡ. Минеңсә, өлкән быуын вәкилдәре араһында үҙ-үҙеңде ҡайғыртыу, спорт менән шөғөлләнеү теләге арта бара кеүек тойола. Үҙегеҙҙе ҡайғыртыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, был бик мөһим, оҙайлы ғүмер һәм сәләмәт тормош өсөн асҡыс.

БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостанда индерелгән тәжрибәне РФ Спорт министрлығы кимәлендә иң яҡшыһы тип ҡабул итеүҙәрен һәм илдең башҡа субъекттарына тәҡдим итеүҙәрен билдәләне.

– Быйыл беҙ ошондай 3000 сертификат бирергә планлаштырҙыҡ. Ә ысынында биш меңдән ашыу кеше ГТО нормативтарын үтәгән. Шуға күрә был эште дауам итәсәкбеҙ. Тағы бер тапҡыр ветерандарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ, улар йәштәребеҙ өсөн яҡшы өлгө күрһәтә, – тип билдәләне Руслан Хәбибов.

 

 




Вернуться назад