Радий Хәбиров Танһыҡҡужинаны донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шашкасы Тамара Танһыҡҡужинаны шашка буйынса донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы. Республика Башлығы әйтеүенсә, был иҫ киткес һөҙөмтә, Башҡортостан спортсыһы йәнә үҙенең профессиональ оҫталығын раҫланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, донъя чемпионаты Төркиәлә Халыҡ-ара шашка ассоциацияһы (IDA) эгидаһы аҫтында үтте. Ярыштарҙа туғыҙ илдән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы спикеры урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина рапид дисциплинаһында туғыҙынсы урынды алды, классик программала ышаныслы уйын күрһәтте һәм алтын миҙал яуланы.