Өфөнән Алһыу Насирова Рәсәйҙә самбо буйынса беренсе донъя чемпионы булды

Өфө ҡыҙы Алһыу Насирова Рәсәй самбоһы тарихында тәүге тапҡыр һуҡырҙар араһында донъя чемпионы титулын яуланы. Тарихи ҡаҙаныш хаҡында Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Һуҡырҙар араһында ҡатын-ҡыҙҙар самбоһы тәүге тапҡыр 2026 йылда донъя чемпионаты программаһына индерелде, тип билдәләне Руслан Хәбибов. Ташкентта турнирҙың финал алышында Алһыу Молдова вәкиле Ине Чернейҙы еңде.