«Салауат Юлаев»тың элекке тренеры вафат булды

65-се йәшендә «Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке тренеры Михаил Васильев донъя ҡуйҙы. Был хаҡта клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Михаил Васильев танылған хоккейсы, олимпия чемпионы и СССР командаһы составында донъя чемпионы ине. Һуңғы йылдарҙа Михаил Александрович Башҡортостандың хоккей клубтарында эшләне. 2016 йылдан 2017 йылға тиклем Нефтекаманың «Торос» клубы тренеры итеп тәғәйенләнде, 2019/20 йылдарҙағы миҙгелдә команданы етәкләне, 2020 — 2022 йылдарҙа «Салауат Юлаев»тың тренер штабында эшләне.
«Башинформ» Михаил Александровичтың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назаровтың вафаты хаҡында яҙғайны.