Уҡсы Ғәфүр Рахманғолов донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы06.11.2026

Уҡсы Ғәфүр Рахманғолов донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Спорт министрлығы

Баймаҡ районынан уҡсы Ғәфүр Рахманғолов донъя чемпионатының көмөш призеры исеменә лайыҡ булды. Был хаҡта төбәктең Уҡтан атыу федерацияһы хәбәр итте.

Абруйлы ярыштарҙа донъяның 38 иленән 690 спортсы ҡатнашты.

Ғәфүр Рахманғолов Рәсәй командаһы составында 84 команда араһында 90 метр алыҫлыҡтағы «Тарса» сәбе дисциплинаһында көмөш миҙал яуланы (сәптең ҙурлығы 120*60 сантиметр). Ул Байкал аръяғы крайы, Дағстан, Бүрәт һәм Ҡалмыҡстан республикалары уҡсылары менән бергә сығыш яһаны.

Былтыр Рахманғолов уҡтан атыу буйынса Донъя кубогының бронза призеры булғайны.




Вернуться назад