27 ноябрҙә Башҡортостанда беренсе тапҡыр IBF версияһына ярашлы бокс буйынса донъя чемпионы титулы өсөн алыш була. Титул өсөн Өфө боксеры Артур Собханғолов (12-0, КО 6) олимпия чемпионы, өс тапҡыр донъя чемпионы Энди Крус (7-1, КО 4) менән көс һынаша.

Собханғолов «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында Өфөлә үҙҙәренең залында шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне.
«Ғәҙәти режимда шөғөлләнәм. Бокс һәм көрәш яратыусыларҙың барыһын да минең һәм Башҡортостандың иң көслө боксерҙары өсөн янып-көйөргә саҡырабыҙ», – тине Артур Собханғолов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә Өфөлә Артур Собханғолов IBF билбауына мотлаҡ дәғүәсе статусы өсөн көрәштә Баходур Усмоновты ваҡытынан алда еңде.
Артур Собханғолов еңел ауырлыҡта IBF рейтингында – икенсе, ә Крус өсөнсө урында.