Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы

Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатында беҙҙең спортсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Был хаҡта социаль селтәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Андрей Назаров хәбәр итте.
Азалия Әминева дүртенсе тапҡыр ил чемпионы исемен яуланы. Яҡташыбыҙ финалда (66 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында) судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Краснодар крайынан Анастасия Мамайҙы ышаныслы еңде. Азалия 2022, 2023 һәм 2025 йылдарҙа ла Рәсәй чемпионаттарында еңеүгә өлгәште.
Республикабыҙ исеменән параллель зачетта сығыш яһаған Юлия Чумгалакова тағы ла бер алтын алып килде. Ул 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында етенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды, яҡташыбыҙ Волгоград өлкәһенән Варвара Чеботареваны еңде.